Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Китапханалар төнөндә балалар өсөн ете уйын туҡталыштары эшләйәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

24 апрелдә үтәсәк «Библиотөн-2015» акцияһын ойоштороусылар балалар өсөн махсус программа әҙерләй. Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапханала ете уйын станциялары эшләйәсәк.

Оҫтаханала балаларға үҙ ҡулдары менән ветерандарға открытка яһау мөмкинлеге бирелә. «Яттан беләбеҙ» һәм «Ҡысҡырып уҡыйбыҙ» туҡталыштарында улар әҙәби һәләттәрен күрһәтә аласаҡ. Шулай уҡ «Балалар китабы илендә» тип аталған әҙәби викторина ла әҙерләнгән.

«Әкиәт төшөрәбеҙ» студияһында буласаҡ рәссамдар тәҡдим ителгән әкиәттәр буйынса һүрәттәр конкурсында ҡатнашһа, театр студияһында француз телендә әҙәби темаға өҙөк сәхнәләштереләсәк. «Инглиз телен өйрәнәбеҙ» туҡталышында инглиз теле дәресе үтәсәк.

Викториналарҙа, конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да бүләктәр көтә. Уйын майҙансыҡтары ике сәғәт буйына эшләйәсәк.

— Айырым майҙансыҡта интеллектуаль уйындар ойошторола. Бында төрлө кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы уйындар буласаҡ, — тип аңлатма бирҙе Милли китапхананың матбуғат хеҙмәте бүлеге етәксеһе Айгөл Яппарова.

Милли китапханалағы балалар өсөн зал киске сәғәт 7-нән 10-ға тиклем эшләйәсәк. Адресы: Ленин урамы, 4. «Библиотөн» акцияһы киске сәғәт 6-ла башлана.

Теги: библиотөн
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть