6 декабрь, Шишәмбе

15 апрель 2015 йыл, 11:45

Дмитрий Медведев: «Рәсәй властары Өфөлә БРИКС саммитын юғары кимәлдә үткәрергә тейеш»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә БРИКС саммитын юғары кимәлдә үткәреү — властарҙың бурысы, тип билдәләне Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев. Был хаҡта ул Финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.

Дмитрий Медведев шулай уҡ һуңғы йылдағы айырым иҡтисади мәлдәргә туҡталды. Атап әйткәндә, уның һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең яҡын күршеләре менән үҙ-ара килешеп эш итеү үҫешә, Евразия иҡтисади союзы эшләй башланы, Вьетнам менән ирекле һатыу итеүҙең беренсе зонаһын булдырыу тураһында килешеү әҙерләнә.

Белешмә. БРИКС — Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы илдәренең берләшмәһе. Ойошмаға Петербург иҡтисади форумы сиктәрендә 2006 йылдың июнендә нигеҙ һалынған. 2015 йылда БРИКС Рәсәй рәйеслегендә уҙа. 2015 апреленән 2016 йылдың апреленә тиклем Рәсәй — БРИКС-тың эшлекле советы рәйесе. Рәйеслек итеү барышында күп яҡлы тармаҡ хеҙмәттәшлегенең яңы йүнәлештәрен асыу планлаштырыла. Яңы үҫеш банкының һәм Валюта резервтары берекмәһенең эшләй башлауы төп маҡсат булып тора. Рәсәйҙең былтыр Бразилиялағы саммитта тәҡдим иткән 2020 йылға тиклем Иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы ошо өлкәлә эшмәкәрлек алып барыу өсөн йүнәлеш буласаҡ.  

темалар: брикс саммиты