Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика халҡы көнкүреш техникаһын һәм автомобилдәрҙе аҙыраҡ ала башлаған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда йәшәүселәр көнкүреш техникаһын аҙыраҡ ала башлаған. Башҡортостанстаттың 2014 йылдың сентябренән алып декабргә тиклем үткәргән тикшеренеүҙәре ошо хаҡта һөйләй.

Мәҫәлән, ошо осор эсендә һыуытҡыс һатып алыу мөмкинлеге 23,1 процентҡа, кер йыйыу машинаһы — 20,4 процентҡа, төҫлө телевизор — 27, 6 процентҡа, илдә сығарылған еңел машина — 11,9 процентҡа, сит ил маркалы еңел автомобиль 16,4 процентҡа кәмегән.

Башҡортостанстатта билдәләүҙәренсә, 2014 йылда энергия ресурстарына хаҡтарҙың кәмеүе һәм санкциялар арҡаһында иҡтисади хәлдең насарайыуы, шуға ярашлы, халыҡтың килеме кәмеүе күҙәтелде. Был йыл һуңында айырыуса асыҡ сағылды. Ҡулланыусылар баҙарында хаҡтарҙың артыуы һатып алыу һәләтенең кәмеүенә килтерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть