Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Еңеүҙең 70 йыллығына арналған автоуҙыш башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

16 апрелдә Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика автоуҙышы башлана.

Акция 19 апрелгә тиклем дауам итә. Ҡатнашыусылар Ҡариҙел — Асҡын — Тәтешле — Балтас маршруты буйынса юлға сыға. Маршрутта үҙгәрештәр булыуы ихтимал, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автоуҙыш сиктәрендә һуғыш ветерандары, тыл эшсәндәре, локаль хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, хәрби-патриотик клубтар һәм берекмәләрҙең курсанттары менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ.

Автоуҙыш иртәнге сәғәт 10-да Совет майҙанынан старт ала. Проекттың ойоштороусылары — Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостандың Патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге һәм Волейболсылар клубы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть