5 декабрь, Дүшәмбе

14 апрель 2015 йыл, 15:45

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының апрель һанында яҙыусының хәләл ефете ниндәй булырға тейешлеге хаҡында бәйән ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2015 йылдағы дүртенсе һаны донъя күрҙе. Апрель сығарылышына күҙәтеү тәҡдим итәбеҙ.

Баҫманың тышлығын сағыу ижады, моңло тауышы менән һоҡландырған башҡорт йыр сәнғәте йондоҙо – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова биҙәй. Уның фәһемле лә, мауыҡтырғыс та тормош юлы менән журналист Гөлнара Хәлфетдинова таныштыра.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге биттәре Учалы еренә һәм унда йәшәгән һөнәр оҫталарына арналған. «Ер кендеге тип танылған, милләтебеҙ өсөн изге Ирәмәле менән дан тотҡан ил. Әүлиәләр төйәге. Сихәтле шишмәләр төбәге. Ҡуйыны алтын, аҫылташ менән тулы яҡ. Йөрәгендә серле моң йөрөткән, осҡонло бейеүе менән әсир итер егеттәр һәм ҡыҙҙар йәшәүсе ер. Мөғжизәүи Учалыны шулай тип белһәк, был сәфәрҙә уны ялҡынлы йөрәкле илһөйәрҙәр, сәсән йәнле телһөйәрҙәр, бал ҡортолай тырыш эшһөйәрҙәр иле итеп астыҡ», – тип тәьҫораттарын тасуирлай журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева менән бүлек мөхәррире Альмира Кирәева. Райондың бөгөнгө ҡаҙаныштары ғына түгел, ә киләсәккә маҡсаттары һәм уй-ниәттәре лә урын алған «Күңелде гел тартыр ил» тип исемләнгән мәҡәләлә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулыу айҡанлы иғлан ителгән хәтирәләр бәйгеһенә килгән хат Ауырғазы районы Ишле ауылында тыуған Зәйнәп Рафиҡованың һуғыш башланған мәлдә күргән тетрәндергес иҫтәлектәрен бәйән итә. Өс балаһы һәм ире менән Сталинград ҡалаһында йәшәгән ҡатындың шул саҡта күргәндәрен, кисергәндәрен тетрәтмәйенсә уҡып булмай.

«Әҙәби балҡыш» рубрикаһында күренекле әҙип, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың 90 йәше уңайынан журнал уҡыусыларға мөхәббәт тураһындағы «Астралар» тигән хикәйәһе тәҡдим ителә. Билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың яңы шиғри шәлкеме лә матур кәйеф һәм яҙ һулышы бүләк итер.

Шағир ҡатыны... Яҙыусы ҡатыны... Ниндәйерәк булырға тейеш һуң ул? Яҙыусы-шағирҙың ижади асыштарын күңеле, рухи донъяһы аша үткәреп, төплө кәңәштәрен бирә алырлыҡ фекерҙәше лә, яңы үрҙәргә ҡанатландырыусы фәрештәһе лә бит ул. Әҙәбиәт тарихынан бик күп миҫалдар килтерергә була. Журналдағы мәҡәләләрҙең береһе һуғыштан ауыр яралар менән ҡайтып, хәрәкәтһеҙ ҡалған яугир яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллин һәм уның әҫәрҙәрен ташҡа баҫтырырға күп көс һалған ҡатыны Зөләйхә ханымға арналған. «Шағир ҡатыны» тигән мәҡәлә талантлы әҙип, Ш.Бабич премияһы лауреаты Рәйес Түләктең хәләл ефете – Флүрә Хәсән ҡыҙының тормош хәтирәләрен, күңел кисерештәрен байҡай, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.  

Гөлназ Ҡотоева Белорет районы Асы ауылында Урал батыр рухына бағышланған сарала ҡатнашып, ҡар һыуына барыу йолаһын үткәреүҙәрен күреп, асыларҙың ни хәтлем моңло, нескә күңелле, рухлы, илһөйәр халыҡ икәненә инанып ҡайтты. Ошо матур йола һәм уны ойоштороу нескәлеге хаҡында «Милли йолаларыбыҙ» рубрикаһында уҡып белергә мөмкин. «Ирҙәрҙең аҫылдары» рубрикаһында Альбина Ғөбәйҙуллина халыҡсанлығы, ихласлығы, эскерһеҙлелеге, оҫта йырлау һәләте менән тамашасы һөйөүен яулаған йырсы Харис Шәриповтың ижад юлын һәм тормошондағы хәл иткес мәлдәрҙе һүрәтләй.

Ят ҡитғаларға сәйәхәт күптәргә ғәмәлгә ашмаҫтай хыял ғына булып тойола. «Ер шары буйлап» рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләләр циклы ябай башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙҙар менән егеттәрҙең нисек сит илдәр гиҙеүе һәм уларҙың ниндәй хис-тойғолар кисереүе хаҡында һөйләй. Апрель һанында журнал уҡыусыларҙы храмдар иле – Непал буйлап күңелле лә, фәһемле лә сәйәхәт көтә.

Апрель һанында шулай уҡ гүзәллек һәм донъя көтөү серҙәре хаҡында ла байтаҡ мәғлүмәт табырға була, журнал һатыуға сыҡты, тип хәбәр итте бүлек мөхәррире Альбина Ғөбәйҙуллина.