3 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2015 йыл, 14:55

Латвия башҡорттары һәм татарҙары Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ригала Милли мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы Латвияла йәшәүсе башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың осрашыуын үткәрҙе. Сараны «Шишмә» татар-башҡорт мәҙәни ойошмаһы ойошторҙо.

Осрашыу Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Башҡортостанда, Татарстанда тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең иҫтәлегенә арналды. Сарала ҡатнашыусылар яҡташтарын, туғандарын, дуҫтарын һәм таныштарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

— Осрашыуға бер нисә ветеран килде. Йәнә бер тапҡыр Икенсе донъя һуғышында күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтарҙы һәм мөһим мәлдәрҙе хәтергә төшөрҙөк. Башҡортостанда һәм Татарстанда тыуып үҫкән яугирҙәрҙең күбеһе Латвияла йәшәргә тороп ҡалған, — тип һөйләне сараны ойоштороусы Рәмил Ҡадиров.

Осрашыуҙа милли йыр-моңдар яңғыраны. Йыйылыусылар «Һыу буйлап», «Шайморатов генерал» һәм башҡа йырҙарҙы бергәләп ихлас йырланы. Күренекле татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың апрель айында билдәләнәсәк тыуған көнө уңайынан уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар һәм романстар башҡарылды.

Сараға килеүселәр халыҡ уйындарында ҡатнашты, башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» һәм Татарстанда төшөрөлгән «Айһылыу» фильмдарын ҡараны.

— Беҙ фильм геройҙары менән бергәләп ҡайғырҙыҡ, көлдөк һәм йырланыҡ. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар башҡорт һәм татар актерҙарына, режиссерҙарына уңыштар теләне, фильмдар юғары кимәлдә һәм күңел биреп төшөрөлгән тип билдәләне. Барыһы ла яҡташтарыбыҙҙың ижади эштәренең дауамын күрергә теләк белдерҙе, — тип билдәләне Рәмил Ҡадиров.

Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың осрашыуы «Туған тел» йырын башҡарыу, дәртле бейеүҙәр һәм сәй эсеү менән тамамланды.