Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

9 майҙа Өфөлә Еңеү парады буласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

9 майҙа Өфөлә Еңеү парады буласаҡ. Тантаналы йөрөш иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем дауам итәсәк

Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Хох хәбәр итеүенсә, Еңеү парадында 1349 кеше ҡатнаша.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған йөрөштә Оборона, Мәғариф министрлыҡтары, Федераль суд приставтары хеҙмәте, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге һәм башҡа ведомство вәкилдәре йәлеп ителәсәк. Быйылғы парадта хәрби техника ҡатнашмаясаҡ.

Өфөлә һуңғы тапҡыр хәрби парад Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан уҙғарылды. Ул ваҡытта Ленин исемендәге майҙанда Өфө гарнизоны ғәскәрҙәренең, көс структуралары подразделениеларының, ветеран ойошмаларының һәм патриотик клубтарҙың тантаналы йөрөшө булды. Парадта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы һәм хәҙерге заман хәрби техникаһы күрһәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть