8 декабрь, Кесе йома

14 апрель 2015 йыл, 13:03

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың пленар ултырышы 23 апрелгә тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың пленар ултырышы 23 апрелдә буласаҡ. Тейешле ҡарар шишәмбе, 14 апрелдә, республика Парламенты Президиумы ултырышында ҡабул ителде. Халыҡ һайланыусылары 50-гә яҡын мәсьәлә ҡараясаҡ.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, парламентарийҙар Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының 2014 йылға эш һөҙөмтәләре тураһында отчет, Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2014 йылға кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын үтәү тураһында докладын тыңлаясаҡ. Хөкүмәт сәғәтендә депутаттар төбәктә ветерандарға социаль ярҙам сараларын ҡараясаҡ.

Туғыҙ закон проекты өсөнсө, йәғни аҙаҡҡы, уҡыуҙа тәҡдим ителәсәк. Улар араһында «Ерҙәрҙе мелиорациялау тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары бар.

12 республика закондары проекты беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Улар «Янғын хәүефһеҙлеге тураһында», «Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ғилми һәм ғилми-техник эшмәкәрлек тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тота.

Парламентарийҙар Дәүләт Йыйылышының Дәүләт Думаһына өс федераль закон проектын индереү буйынса закон сығарыу башланғыстарын, республика Прокурорының республика закондарының ҡайһы бер положениеларына ике протесын, Дәүләт Йыйылышының Дәүләт Думаһы рәйесенә федераль закон проектын ҡарауҙы тиҙләтеүҙе тәҡдим иткән мөрәжәғәтен, шулай уҡ 13 федераль закон проектын әҙерләйәсәк.