5 декабрь, Дүшәмбе

14 апрель 2015 йыл, 12:00

Республикала яҙғы баҫыу эштәре башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Башҡортостан игенселәре яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. Баймаҡ районының «Рассвет» ауыл хужалығы кооперативы республикала беренселәрҙән булып күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төштө. Бында 50 гектар сәсеүлек эшкәртелгән дә инде.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге күҙаллауын иҫәпкә алып, сәсеү эштәренең апрель аҙаҡтарында башланыуы ихтимал. Төп культураларҙы 21 көн эсендә, күп тигәндә 25 майға тиклем сәсеү планлаштырыла. Быйылғы яҙғы сәсеү 2 миллион 46 мең гектар майҙанда башҡарыласаҡ, был былтырғы кимәлгә тап килә. Аграрийҙар алдында эштәрҙе сәсеү майҙандарын кәметмәйенсә башҡарыу бурысы тора.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яҙғы сәсеүгә 299 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән, шуның 37 мең тоннаһы — элиталы орлоҡтар. Страховкалау фондына — 29 мең тонна орлоҡ, күсмә фондҡа —  77 мең тонна ужым культуралары орлоғо, 2214 күп йыллыҡ үләндәр орлоғо һалынған. Был 2014 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда юғарыраҡ.