Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Экологтар Урал аръяғы йылғаларындағы һыуҙың сифаты яҡшырыуын билдәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм Экология министрлығы дәүләт аналитика контроле идаралығының лаборатор тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, Урал аръяғында һыу объекттарының сифаты яҡшырыуы күҙәтелә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тимер, марганец, сульфаттар, нитриттар, нитраттар һәм хлоридтар күләме буйынса Таналыҡ йылғаһындағы һыуҙың сифаты яҡшырған. Төйәләҫ йылғаһында ла баҡыр һәм марганец буйынса ыңғай динамика күҙәтелә.

— Таналыҡ һәм Төйәләҫ йылғалары буйындағы ерҙәр 2009 йылдан күҙәтеүгә алынған. Былтыр Төйәләҫ йылғаһының уң ҡушылдығы булған Ҡарағайлы йылғаһы үҙәнен таҙартыу һәм киңәйтеү буйынса эштәр башланды. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 8 миллиондан ашыу аҡса бүленде. Таҙартыласаҡ урын11 километрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Һис шикһеҙ, ошо сараны ғәмәлгә ашырыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, — тип аңлатма бирҙе министрлыҡтың Сибай биләмә комитеты рәйесе Гөлнара Ноғоманова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть