10 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2015 йыл, 17:34

«Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» марафонында 430 мең һум самаһы аҡса йыйылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» хәйриә марафоны барышында 429 690 һум аҡса йыйылды. Акцияны республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында Милләт сәләмәтлеге лигаһы фонды, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойоштора.

Марафон Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәтеү өсөн республика халҡын, учреждение һәм предприятиеларҙы, урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм йәмәғәт ойошмаларын берләшергә саҡыра. Барыһы ла изге эшкә үҙ өлөшөн индерә ала.

Социаль проект сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн аҡса йыйыу бара. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә хәйриә марафоны иҫәбенә — 388 721 һум, SMS-каналға 40 969 һум аҡса күскән. Йыйылған аҡсаға ветерандарға һыу таҙартыу өсөн күсермәле фильтрҙар һатып алына. Һуғышта ҡатнашыусыларға ғына ярҙам күрһәтеү планлаштырылған, республика ҡала-райондарында уларҙың һаны — 4834 кеше. Әлегә йыйылған аҡса 200-ҙән ашыу фильтр алыуға ғына етә.

Хәйриә марафонында ҡатнашырға теләүселәр ике ысул менән аҡса күсерә ала. Милләт сәләмәтлеге лигаһы Хәйриә фонды иҫәбенә:

БАШҠОРТОСТАН БҮЛЕКСӘҺЕ № 8598 Өфө ҡалаһы

БИК 04807360130101810300000000601

Сч. № ИНН 0274990078

КПП 027401001

Сч. № 40703810206000008918

БРБФ ЛЗН

Түләүҙең тәғәйенләнеше — «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» марафоны буйынса хәйриә иғәнәләре».

Бынан тыш, 3443 һандарына ПОБЕДА һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәрергә мөмкин. Хаҡы — 50 һум. Оператор сумманы ҡабул итһен өсөн түләүҙе раҫларға кәрәк.