3 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2015 йыл, 16:50

Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 28 апрелдә Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы үтә. Ойошма республикала йәшәгән халыҡ вәкилдәренең 30-ҙан ашыу рәсми теркәлгән милли-мәҙәни берекмәләрен берләштерә. Власть органдары менән милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән һөйләшеү алып барыу, Башҡортостанда тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау уның бурыстарының береһе булып тора.

«Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхәт Мостафин һөйләүенсә, буласаҡ съездың программаһы киң һәм төрлө.

— Беҙ Ассамблеяның Уставына үҙгәрештәр индерергә теләйбеҙ. Асылда Советтың бер рәйесе урынына өс рәйестәш буласаҡ. Элек улай түгел ине. Улар республикалағы төп өс халыҡтың вәкиле булыр, моғайын, —  тип аңлатма бирҙе Әхәт Мостафин.

Съезда Ассамблея Советының яңы составы һайлана. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостандағы бөтә милли-мәҙәни үҙәктәрҙең халыҡ ижады күргәҙмәһен ҡарай ала. Шулай уҡ китаптар һәм белем биреү программалары ла тәҡдим ителә.