8 декабрь, Кесе йома

13 апрель 2015 йыл, 16:11

Башҡортостан режиссеры Рим Шәрәфетдинов илдең иң яҡшы аниматоры тип танылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры Рим Шәрәфетдинов «Икар» Беренсе Милли анимация премияһы еңеүселәренең береһе тип танылды. Ул «Аниматор» номинацияһында «Ни пуха, ни пера» фильмы өсөн наградаға лайыҡ булды, тип хәбәр итте Башҡортостан Кинематографистар союзының матбуғат секретары Зөһрә Бураҡаева.

Премиялар Мәскәүҙәге Кино йортонда тапшырылды. Бөтәһе 13 номинация булдырылған: иң яҡшы тауыш режиссеры, актер, композитор, рәссам, аниматор, сценарий яҙыусы, режиссер, продюсер, фильм, прокатҡа сыҡҡан фильм, сериал, персонаж һәм һөнәргә ҙур өлөш индергән өсөн «Оҫта» почетлы премияһы.

Премия лауреаттарын эксперт советы йәшерен тауыш биреү юлы менән билдәләне. Эксперт советы ағзалары үҙҙәре төшөргән фильмдар өсөн тауыш биреү хоҡуғына эйә түгел ине. Бүләк һыны Федор Хитруктың «Икар һәм аҡыл эйәләре» фильмының геройын кәүҙәләндерә.

темалар: кино