5 декабрь, Дүшәмбе

13 апрель 2015 йыл, 15:22

ШОС һәм БРИКС саммиттары ирекмәндәре Өфөлә ҡунаҡсыллыҡ мөхитен булдырасаҡ — Руслан Мирсаяпов

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Волонтерҙар Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары үҙенсәлектәренең береһе буласаҡ, тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов. Был хаҡта ул халыҡ-ара форумдарҙа эшләйәсәк 500 ирекмән өсөн ойошторолған тренингта хәбәр итте.

— Былтыр беҙ Бразилияла БРИКС саммитында һәм Дүшәнбелә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләттәре башлыҡтары ултырышында ҡатнаштыҡ. Был форумдарҙа ирекмәндәрҙе осратманыҡ. Таныш булмаған ҡалала юл таба алыу ҡыйын. Өфөләге волонтерҙар иһә ҡунаҡсыллыҡ мөхитен булдырасаҡ, — тип билдәләне Руслан Мирсаяпов.

ШОС һәм БРИКС саммиттарында ирекмән булырға теләүселәрҙән 9500 ғариза ҡабул ителгән. 3500-ҙән ашыу кеше уҡыу һәм әңгәмәләшеү үткән. Өфөләге халыҡ-ара саммиттарҙа эшләү өсөн 500 ирекмән һайлап алынған.