Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Мәҙинә» мәсете асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә «Мәҙинә» мәсете асылды. Тантанаға Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, власть һәм республика, күрше өлкәләрҙән мосолман руханиҙары вәкилдәре йыйылды.

— Беҙ күп конфессиялы республикала йәшәйбеҙ. Хөрмәтле Юғары мөфтөйгә дини хеҙмәте өсөн  йәнә рәхмәт белдерәм, — тине Вячеслав Пятков.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы ғибәҙәтхана административ бинаның дүртенсе ҡатында урынлашҡан. Элек бында ҡаҙанлыҡ бүлмәһе булған. Эшҡыуарҙар уны һатып алып, ярты йыл эсендә төҙөкләндергән. Мәсеттә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым намаҙ уҡыу залдары бар.

— Был ғәжәйеп мәсет: манара ла, миһраб та юҡ. Күп йылдар инде Инорс биҫтәһендә йәшәүсе мосолмандар ҡуртымға алынған фатирҙың бер нисә бүлмәһендә намаҙ уҡыны. Мосолмандар ойошмаһына ярҙам итергә теләүсе кешеләр табылды һәм улар бер нисә йөҙ кеше һыйҙырышлы бинаны төҙөкләндерҙе, — тип билдәләне Тәлғәт Тажетдин.

Тантаналы өлөштән һуң Юғары мөфтөй йома намаҙын уҡыны. Намаҙ тамамланғас, бөтә ҡунаҡтарҙы ла байрам өҫтәле көтә ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть