Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Ғинуар-мартта республикала сәнәғәт етештереүендә өс процентлыҡ үҫеш күҙәтелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе — өс процентҡа, мартта февралгә ҡарата 0,1 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә һылтанып республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итә.

Транспорт саралары һәм ҡорамалдар (2013 йылдың ғинуар-март айҙарындағы кимәл менән сағыштырғанда 47,8 процентҡа), резина һәм пластмасса әйберҙәр етештереүҙә (17,3), металлургияла һәм әҙер металл әйберҙәр сығарыу буйынса предприятиеларҙа (13,2), электр ҡорамалдары, электрон һәм оптик ҡорамалдар етештереүҙә (8), химия производствоһында (6,7) һәм яғыулыҡ-энергетика файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа (5) һиҙелерлек үҫеш билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть