Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Екатеринбургта Башҡорт мәҙәниәте фестивалендә сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

12 апрелдә Екатеринбургта Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге XII төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивален ойоштора. Сара Урта Урал халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале сиктәрендә үтә.

Фестиваль Екатеринбург ҡалаһындағы «Йәдкәр» башҡорт театр коллективының 15 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арнала. Унда Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы Азат Биксурин, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, вокалист Айгиз Ханов һәм «Сармат» эстрада төркөмө аккомпаниаторы, баянсы Илшат Рыҫбав сығыш яһай. Сарала ҡатнашыусылар араһында Екатеринбург ҡалаһының, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең ижади коллективтары бар.

Фестиваль Свердловск өлкәһе дәүләт халыҡ ижады һарайының ҙур концерт залында уҙа (Екатеринбург ҡалаһы, Фестиваль урамы, 12).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть