8 декабрь, Кесе йома

13 апрель 2015 йыл, 12:00

«Башҡорт теленән төбәк кимәлендә диктант» акцияһында йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында «Башҡорт теленән төбәк кимәлендә диктант» акцияһы уҙҙы. Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Бынан тыш, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала онлайн режимында яҙыу ойошторолдо. Яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар, шулай уҡ студенттар һәм уҡыусылар башҡорт телен белеү кимәлен тикшереү өсөн йыйылды.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан диктант тексы Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романынан алынды. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры, күп классик һәм заманса пьесаларҙы башҡорт теленә тәржемә итеүсе Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.

Эштәрҙе Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыларынан торған эксперт комиссияһы тикшерә. Һөҙөмтәләрҙе проекттың сайтында диктант яҙғандан һуң биш эш көнө дауамында белергә мөмкин.

Акцияны ойоштороусылар — Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте.

«Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!» тигән девиз аҫтында үткән проектты йыл һайын үткәреү күҙаллана.