Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы православие диндарҙарын Пасха менән ҡотланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов республикалағы православие диндарҙарын Пасха менән ҡотланы.

Төбәк Башлығының рәсми сайтында баҫылған тәбрикләүҙә былай тиелә: «Республикалағы барлыҡ православныйҙарҙы Изге Христостың терелеүе байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Рәсәйҙә иң әһәмиәтле христиан байрамдарының береһе булған Пасха күп быуатлыҡ рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә — һөйөү һәм шәфҡәтлелеккә, яҡындарың тураһында хәстәрлек күреүгә, ғәҙеллек һәм тырышлыҡҡа — тоғролоҡто кәүҙәләндерә.

Бөгөн православие руханиҙары башҡа дин вәкилдәре менән бергә аҡыллы һүҙҙәре, изге эштәре һәм өгөт-нәсихәттәре менән шәфҡәтлелекте үҫтереүгә, үҙ-ара татыулыҡты нығытыуға, рухи-мәҙәни тормошто байытыуға үҙ өлөшөн индерә. Киләсәктә лә власть менән йәмғиәттең берлектә эш итеүе әхлаҡи нигеҙҙәрҙе, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға, йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләүгә йүнәлтеләсәк.

Ошо өмөт һәм шатлыҡ байрамы һәр йортҡа бәхет, тыныслыҡ һәм именлек алып килһен. Барығыҙға ла изгелектәр теләйем!».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть