8 декабрь, Кесе йома

13 апрель 2015 йыл, 10:29

Рөстәм Хәмитов Стратегик инициативалар агентлығының корпоратив директоры Светлана Чупшева менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стратегик инициативалар агентлығының корпоратив директоры Светлана Чупшева менән осрашыу үткәрҙе.

Агентлыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеү эшҡыуарлыҡ менән һөҙөмтәле мөнәсәбәттәр булдырырға мөмкинлек бирә, яңы үҫеш моделдәрен төҙөргә булышлыҡ итә, тип билдәләне республика етәксеһе.

– 2014 йыл республиканың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуы йәһәтенән һәйбәт булды. Йыл аҙағында беҙ инвестициялар йәлеп итеү күләме буйынса туғыҙынсы урынды биләнек, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2015 йылда ла коллегаларым килтергән һандар былтырғыға ҡарағанда насар түгел. Бынан тыш, беҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа иғтибарыбыҙҙы йүнәлтәбеҙ.

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостан инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса төбәк стандартын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Республика ошо саралар уңышлы ҡулланылған тәүге төбәктәрҙең береһе булды, тип билдәләне Светлана Чупшева.

– Башҡортостан үҙенең мөмкинлектәре һәм хеҙмәт ресурстары буйынса бик ҡыҙыҡлы. Сит ил һәм Рәсәй эшҡыуарҙары менән аралашҡанда беҙ республика менән ҡыҙыҡһыныуҙарын күрәбеҙ. Беҙ субъекттың инвестиция мөхитен яҡшыртыуҙа ярҙам итергә теләйбеҙ. Үҙебеҙҙең сараларҙа республиканы күрһәтә алабыҙ, – тине Светлана Чупшева. – Республиканан рейтинг йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ғәмәлдәр, ҡыҙыҡлы идара итеү ҡарарҙарын көтәбеҙ.

Стратегик инициативалар агентлығының корпоратив директоры Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн яҡшы шарттар булдырыу буйынса эшмәкәрлеген, шулай уҡ республика Башлығы ҡарамағындағы инвестиция советының һөҙөмтәле эшен юғары баһаланы.

Яҡтар шулай уҡ быйыл июлдә баш ҡалала үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарын тишерҙе.

– БРИКС илдәренең хеҙмәттәшлеге сиктәрендә беҙ административ кәртәләрҙе кәметеү буйынса башланғыс менән сығыш яһаныҡ. Һүҙ виза режимы, стандарттарҙы таныу, сертификация хаҡында бара. Коллегаларыбыҙҙың ошо башланғысты хуплауы шатландыра, – тип һөйләне Светлана Чупшева. – Беҙ БРИКС илдәренең генә түгел, шулай уҡ ошо илдәрҙең төбәктәре менән хеҙмәттәшлек буйынса башланғыстарығыҙ хаҡында ла беләбеҙ, һәм уны хуплайбыҙ.  

Шулай уҡ Стратегик инициативалар агентлығының корпоратив директоры Рөстәм Хәмитовтан БРИКС илдәре менән бәйләнештәре булған Башҡортостан предприятиеларының административ кәртәләрҙе кәметеү буйынса документтың нигеҙен тәшкил итерлек тәҡдимдәр исемлеген төҙөүҙәрен һораны.