3 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2015 йыл, 18:52

2016 йылда «Өфө» аэропортының эске һауа линиялары терминалын яңыртыу башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2016 йылда «Өфө» халыҡ-ара аэропортының эске һауа линиялары терминалын яңыртыу башлана. Был хаҡта аэропорттың яңы халыҡ-ара терминалын ҡараған саҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

– Был – заман талабы. Яңы терминалда сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндерелә ала. Халыҡ-ара терминалдың пассажирҙарҙы үткәреү һәләте 20-25 йылға тәьмин ителгән, хәҙер беҙ эске һауа линиялары терминалын яңырта башларға тейешбеҙ. Киләһе йылда ошо эшкә тотонасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк Башлығы аэропорттың генераль директоры Александр Андреевҡа проектлау эштәрен һәм объекттың техник-иҡтисади нигеҙенә әҙерлекте башларға ҡушты.

– Беҙ ике йыл тигәндә эске һауа линияларының яңы терминалын асыу өсөн бюджет мөмкинлектәрен эҙләйәсәкбеҙ, – тип билдәләне республика етәксеһе.