9 декабрь, Йома

10 апрель 2015 йыл, 18:07

Рөстәм Хәмитов «Өфө» аэропортының яңы халыҡ-ара терминалын тикшерҙе

фото: Андрей Старостин | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» халыҡ-ара аэропортының яңы терминалын тикшерҙе. Республика етәксеһе осоу-ултырыу һыҙаттарын ҡараны, шулай уҡ терминалдың инфраструктураһы менән танышты.

– Ике йыл элек ошо эште башлаған саҡта алда ниндәй ҡатмарлыҡтар буласағын белмәгәнбеҙҙер ҙә, бәлки. Өфөлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтарға аэропортҡа килеү ыңғай тәьҫораттар ҡалдырһын, хеҙмәтләндереү сифаты заманса талаптарға яуап бирһен һәм аэропортыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы аэропорттары иҫәбенә инһен тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, –  тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, терминалды төҙөү республика бюджетына 1,5 миллиард һумға барып баҫҡан. Шуның менән бергә объекттың сағыштырма хаҡы (квадрат метры 100 мең һумдан кәмерәк) – Рәсәйҙәге иң түбән хаҡтарҙың береһе.

Халыҡ-ара терминалды асыу тантанаһы 2015 йылдың майында үтәсәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге спорт сараларын транспорт менән тәьмин итеү тәжрибәһе менән алмашыу буйынса ШОС илдәренең транспорт министрҙары кәңәшмәһе һәм БРИКС илдәре конференцияһы ойошторола.

– Дөйөм алғанда, беҙ алға һәйбәт аҙым яһаныҡ. Бөтәһенә ла ҙур рәхмәт! Быларҙың барыһын да республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн эшләнек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аэропорттағы халыҡ-ара терминал һәм инфраструктура төҙөлөшөнөң проектлаусыһы һәм подрядсыһы – «ПроектСтройКомплекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.