3 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2015 йыл, 15:30

Башҡортостанда «Һалым түләмәүселәр хаҡында хәбәр ит» кампанияһы уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостанда «Һалым түләмәүселәр хаҡында хәбәр ит» мәғлүмәт-агитация кампанияһы дауам итә.

Уның маҡсаты — граждандарҙың һалым түләмәүгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртеү, бюджетты тулыландырыу һәм һалым ҡануниәтен үтәүҙе тәьмин итеү, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, хәҙерге көндә аноним мәғлүмәт йыйыу системаһы булдырылған. Ошо система аша һәр кем һалым түләмәгән йәки һалым закондарын боҙған юридик, физик шәхестәр хаҡында һалым органдарына хәбәр итә ала. Тәү сиратта һалым түләүҙән азат итеүсе схемалар файҙаланыу, фиктив килешеүҙәр атҡарыу, эш хаҡын «конвертта» түләү, бер кѳнлѳк фирмаларҙы ҡулланыу, аҡса берәмектәрен ҡулаҡсаға әйләндереү, иҫәп алып барылмау тураһында мәғлүмәт еткереү зарур.

Алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә «Сигналдар тураһындағы мәғлүмәттәр» базаһы булдырыла, улар һалым органдарының эшмәкәрлегендә әүҙем файҙаланыла.

Шуның менән бергә хәбәр итеүсенең шәхси мәғлүмәттәре талап ителмәй.

Бынан тыш, Рәсәй һалым хеҙмәтенең рәсми сайтына һәм «Һалым түләмәүселәр тураһында хәбәр ит» электрон сервисына хәбәр ебәрергә, (347) 229-70-07 телефоны аша мөрәжәғәт итергә, үҙегеҙ йәшәгән урын, хоҡуҡ боҙоусы мәғлүм булған ер буйынса һалым хеҙмәте бүлегенә, шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына яҙма мөрәжәғәт ебәрергә була.

темалар: һалымдар