7 декабрь, Шаршамбы

10 апрель 2015 йыл, 14:34

Республика почта хеҙмәткәрҙәренең халыҡ ижады фестивале Еңеүҙең 70 йыллығына арнала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан почта хеҙмәткәрҙәренең VII халыҡ ижады фестиваленең финалы уҙа. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыуға арнала. Уны республиканың элемтә хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм «Рәсәй почтаһы»ның филиалы — Башҡортостандың федераль почта элемтәһе идаралығы ойоштора.

Фестивалдә Баймаҡ, Бәләбәй, Борай, Мәләүез райондарынан биш художестволы үҙешмәкәр коллектив һәм Башҡортостандың федераль почта хеҙмәте идаралығы командаһы сығыш яһай.

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, финалға сығыусыларҙың барыһы ла зона этаптарында алдан һайлап алыу үткән. Баш ҡала сәхнәһендә сығыш яһау өсөн республика төбәктәренән 1000-дән ашыу почта хеҙмәткәре көс һынашҡан. Йомғаҡлау концертында сәхнә әҫәрҙәре күрһәтеләсәк, һуғыш йылдары һәм заманса йырҙар яңғыраясаҡ.

Сара 13 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да башлана.