4 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2015 йыл, 13:46

Баш ҡалала Hilton Garden Inn отеле асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөлә 167 урынлыҡ Hilton Garden Inn Ufa Riverside отеле асылды, тип хәбәр итә frontdesk.ru ҡунаҡхана бизнесының махсуслаштырылған порталы. Ул ҡаланың тарихи өлөшөндә — Конгресс-холл янында урынлашҡан.

Отелдә бушлай интернет менән ҡулланырға мөмкин, тәүлек әйләнәһенә бизнес-үҙәктәр һәм фитнес залдары эшләй. Эшлекле һөйләшеүҙәр, конференциялар һәм туй тантаналарын ойоштороу өсөн шарттар бар. Бының өсөн ҡунаҡхана комплексында дүрт конференция залы һәм банкет залы йыһазландырылған — уларҙың дөйөм майҙаны 478 квадрат метр тәшкил итә. Отель биләмәһендә ресторан һәм тәүлек әйләнәһенә минимаркет эшләй.

Өфөләге отель — Рәсәйҙәге Hilton Garden Inn ҡунаҡханаларының етенсеһе. Был — KESCO компанияһы менән берлектә ғәмәлгә ашырылған икенсе проект. Hilton Garden Inn бренды донъялағы 600-ҙән ашыу отелде берләштерә.