10 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2015 йыл, 12:42

Мәскәүҙә башҡорт рәссамының «Ағиҙел буйындағы ҡала» картиналар күргәҙмәһе тамамлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бер ай самаһы элек Мәскәүҙең Милләттәр йортонда хәйриә акцияһы башланды, 14 апрелдә иһә уға йомғаҡ яһала. Һүҙ башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинованың «Ағиҙел буйындағы ҡала» күргәҙмәһе хаҡында бара. Автор картиналарҙы һатыуҙан килгән аҡсаны ҡаты сирле балаларға ярҙам йөҙөнән «Мәрхәмәт» (Өфө) һәм «Ғүмер бүләк ит» (Мәскәү) хәйриә фондтарына күсерергә хәл итте. Күргәҙмә асылған көндө үк тиҫтәгә яҡын картина һатылды, ә хәйриә фондтары өсөн 600 мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Бөгөнгө көндә хәлле һәм вайымлы кешеләр авторҙың «Бал» һәм «Груша менән натюрморт» картиналарын һатып алып, сирле балаларға ярҙам итә ала, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге матбуғат үҙәге стажеры Нора Бенсауд.

Рәсәйҙең Рәссамдар союзы һәм Дизайнерҙар союзы ағзаһы, ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы Раушания Бәҙретдинова — ғәжәйеп яҙмышлы кеше. Башҡортостанда тыуып үҫеп, юғары ижади үрҙәргә өлгәшкән рәссамдың өс балаһы бар. Йәнә бер сабыйҙы тәрбиәгә алған. Ул ҡаты сирҙе еңеп сыҡҡан, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә өйрәнгән һәм күптәнән инде мохтаждарға ярҙам итә. Әүҙем хәйриә эшмәкәрлеге алып барғаны өсөн былтыр ул Башҡортостанда «Йыл кешеһе» тип танылды.

Күргәҙмә 14 апрелгә тиклем эшләй.