Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса айлыҡ үткәрелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса 27 апрелдән 27 майға тиклем республикала дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа һәм ундағы яһалма ҡоролмаларҙа, шулай уҡ юл буйҙарында төҙөкләндереү, санитар-техник хәлде яҡшыртыу, тәртип урынлаштырыу буйынса айлыҡ үткәрелә.

Урындағы үҙидаралыҡ органдарына Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль магистрале идаралығы һәм «Башкиравтодор» предприятиеһы менән берлектә айлыҡҡа әҙерлек буйынса штабтар булдырырға, ремонт бригадаларын ойоштороуҙы тәьмин итергә, асфальт-бетон япмаларҙы, автомобиль юлдарының ташҡын һөҙөмтәһендә емерелгән участкаларын ремонтларға  тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть