8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2015 йыл, 18:46

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы ағзалары «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы ағзалары «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнаша. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә генә 20 мең самаһы кеше еңеү сафына баҫасаҡ тип көтөлә.

— Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары хаҡында онотмаусыларҙы «Үлемһеҙ полк»ка ҡушылырға саҡырабыҙ, — тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы ағзаһы, төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова. — Республикала йәшәүсе һәр кемдең үҙенең геройына ихтирам күрһәтеү һәм уның фотоһүрәтен тотоп, ҡала һәм ауыл урамдары буйлап үтеү мөмкинлеге бар. Әгәр ҙә беҙ бөгөн быны эшләмәһәк, иртәгә һуң булыуы ихтимал.

«Үлемһеҙ полк» акцияһы тәүге тапҡыр 2012 йылда Томск ҡалаһында үтте. 2015 йылдан ул рәсми рәүештә дөйөм Рәсәй акцияһына әүерелде. Быйыл «Үлемһеҙ полк»ты Рәсәйҙең һәм донъяның 600-ҙән ашыу ҡала һәм ауылдарында, шул иҫәптән Берлинда үткәреү планлаштырыла.