6 декабрь, Шишәмбе

09 апрель 2015 йыл, 18:17

Вакансиялар йәрминкәһендә 100-ҙән ашыу кеше сәнәғәт предприятиеларында эш тапты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 9 апрелдә Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үткән сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе һөҙөмтәләре буйынса 75 кеше һәм ҡаланың дөйөм мәғлүмәттәр базаһында анкеталарын ҡалдырған 38 граждан эшкә саҡырылды.

Йәрминкәгә бөтәһе 436 кеше килде, уларға 21 сәнәғәт предприятиеһындағы 565 эш урыны хаҡында мәғлүмәт бирелде.

Ун кандидат скайп аша әңгәмәләшеүҙә ҡатнашҡан. Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең йәштәр менән эшләү һәм ойоштороу-методик эш буйынса бүлегенә 14 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың береһе һөнәри тест үткән. 19 эш эҙләүсе һөнәри белем биреү мәсьәләләре буйынса консультация алған.

Киләһе вакансиялар йәрминкәһе 16 апрелдә үткәрелә, унда күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, дөйөм туҡланыу, ресторан һәм ҡунаҡхана бизнесы предприятиеларының вакансиялары тәҡдим ителәсәк.