7 декабрь, Шаршамбы

09 апрель 2015 йыл, 17:49

Латвия башҡорттары һәм татарҙары мәҙәни осрашыуға йыйыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шәмбе, 11 апрелдә, Рига ҡалаһында Латвияла йәшәүсе башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың осрашыуы була. Кисә Латвияның Ита Козакевич исемендәге милли мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы бинаһында үтә.

Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлана. Осрашыуға килеүселәр үҙҙәренең туғандарын һәм яҡындарын — Башҡортостанда һәм Татарстанда тыуып үҫкән яугирҙәрҙе иҫкә аласаҡ, һуғыш йылдарының онотолған геройҙары хаҡында презентация ҡараясаҡ.

— Латвияла өс мең самаһы башҡорт һәм татар йәшәй. Күбеһенең тыуған төйәгенә, Башҡортостанға йәки Татарстанға, ҡайтырға мөмкинселеге юҡ. Шуға күрә бындай осрашыуҙар айырыуса мөһим, ғәҙәттә, барыһын да үҙ көсөбөҙ менән ойошторабыҙ, — тип хәбәр итте осрашыуҙы ойоштороусы Рәмил Ҡадиров.

Кисәлә балалар һәм өлкәндәр өсөн программа ҡаралған. Әсә телдәрендә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраясаҡ. Тамашасыларға башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Еңмеш», Татарстанда төшөрөлгән «Айһылыу» фильмдары күрһәтелә. Сарала ҡатнашыусылар өсөн башҡорт һәм татар мәҙәниәтен белеү буйынса конкурстар ойошторола.

Инеү ирекле. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Адресы: Рига ҡалаһы, Слокас урамы, 37.