5 декабрь, Дүшәмбе

09 апрель 2015 йыл, 17:02

Башҡортостан Хөкүмәте менән ВТБ24 банкы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Кесаҙна көндө Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән ВТБ24 араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Унда мөһим позициялар буйынса үҙ-ара килешеп эш итеүҙең айырым йүнәлештәре билдәләнде. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов һәм ВТБ24 идараһы рәйесе – президент урынбаҫары Вячеслав Воробьев ҡул ҡуйҙы.

Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына финанс яҡтан ярҙам итеү, ипотека кредитлауы һәм бюджет өлкәһе ойошмалары менән хеҙмәттәшлек комплекслы программаһын ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә төбәк һәм банк араһында үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.

— ВТБ24 — бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн терәк банк. Әммә мөмкинлектәр һәм ресурстар йәһәтенән беҙ күберәк эшләй алабыҙ, — тине Вячеслав Воробьев.

Вице-президент һүҙҙәренсә, банк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү механизмдары буйынса үҙенең тәҡдимен индерҙе:

— Беҙ механизмдарҙы артабан нисек яҡшылап уйлау тураһында һөйләшеп килештек, сөнки бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларына 2,5 миллиард һумлыҡ кредит бирһәк тә, бәләкәй бизнесҡа булышлыҡ итеү фонды менән эшләмәйбеҙ.

Бөгөнгө көндә ВТБ24 2700-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. 2015 йылда банк төбәк Гарантия фонды һәм Кредит гарантиялары агентлығы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә эшҡыуарҙарға кредит бирә башларға планлаштыра.

Тағы ла бер мөһим йүнәлеш — ипотека. Вячеслав Воробьев һүҙҙәренсә, республиканың хеҙмәт баҙарында юғары квалификациялы белгестәрҙең етешмәүе күҙәтелә. «Белгестәрҙең айырым категориялары өсөн процент ставкаһын субсидиялау» буйынса берлектәге ипотека проекты һаулыҡ һаҡлау йәки мәғариф өлкәләрен кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер ине.

Осрашыуҙа шулай уҡ ВТБ24 банкының бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен хеҙмәтләндереүе тураһында мәсьәлә тикшерелде.

ВТБ24 — «ВТБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек банкы, физик шәхестәрҙе, шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмаларын хеҙмәтләндереү буйынса махсуслаша. Устав капиталы 91,5 миллиард һум тәшкил итә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса, ВТБ24 Башҡортостанда кредит портфелен 20 процентҡа арттырған, дөйөм күләме 25 миллиард һумдан ашҡан. 2014 йылда ипотека кредиты биреү күләме бер ярым тапҡырға артҡан. Ағымдағы йылда ВТБ24 «Дәүләт ярҙамындағы ипотека» программаһына ҡушылды — 16 марттан алып республика халҡынан 350 миллион һумдан ашыу суммаға 200 самаһы ғариза ҡабул ителгән.