8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2015 йыл, 16:01

ШОС һәм БРИКС саммиттары көндәрендә Өфөлә 15 кеҫә телефоны бәйләнеше мобиль база станциялары эшләйәсәк

фото: Олег Яровиков һәм Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. ШОС һәм БРИКС самиттары көндәрендә Өфөлә 15 кеҫә телефоны бәйләнеше мобиль база станцияларын файҙаланыу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин хәбәр итте.

— Өфөлә саммиттар уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәс тә республика биләмәһендә эшләүсе кеҫә телефоны операторҙары менән һөйләшеүҙәр үткәрелде, — тип һөйләне Ринат Шәғәлин. — Был компанияларҙың инвестиция бюджеттарына төҙәтмәләр индерергә һәм сифатлы һәм ышаныслы инфраструктура төҙөү өсөн кәрәкле финанслауҙы күҙ уңында тоторға мөмкинлек бирҙе. Саммит сараларын үткәреү урындарында бәйләнеш яҡшы буласаҡ.

Бынан тыш, 2015 йылдың апрель баштарынан программа-аппарат комплексы сафҡа индерелгән. Ул саралар барған урындарҙа, транспортта кеҫә телефоны бәйләнеше сифатына мониторинг үткәрергә мөмкинлек бирә. Системалар өс ай буйына тикшереләсәк. Уның йомғаҡтары буйынса етешһеҙлектәр табылған участкаларҙа элемтә операторҙары менән берлектә эш алып барыласаҡ, тип билдәләне ведомство башлығы.