Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң йәш каратистары Төркиәләге халыҡ-ара турнирҙан наградалар менән ҡайтты

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөнөң йыйылма командаһы балалар һәм үҫмерҙәр араһында каратэ буйынса I халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашты. Ярыш Төркиәнең Бурса ҡалаһында үтте.

Өфөнөң Каратэ федерацияһы етәксеһе Альберт Тәмимдаров етәкселегендәге командаға дүрт йәш спортсы — Анастасия Палаева, Даниил Прокофьев, Дәлиә Әсәҙуллина, Юлия Коняева инде. Уларҙың барыһы ла «Кобра» спорт клубы тәрбиәләнеүселәре.

Турнирҙа Португалия, Кувейт, Палестина, Әзербайжан, Төркиә вәкилдәре сығыш яһаны.

Ике көнлөк ярыш йомғаҡтары буйынса 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды Өфөнөң йыйылма командаһы вәкиле, 91-се гимназия уҡыусыһы Дәлиә Әсәҙуллина яуланы. Даниил Прокофьев менән Анастасия Палаева 76 һәм 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Команда беренселегендә урындар түбәндәгесә билдәләнде. Беренсе урынды — Әзербайжан, икенсе урынды Палестина спортсылары алды. Кувейт, Португалия һәм Башҡортостан командалары өсөнсө урынды бүлеште.

— Көслө һәм ныҡлы әҙерлекле дәғүәселәр йыйылған турнирҙа ҡатнашыу — ҙур тәжрибә, — тип билдәләне Альберт Тәмимдаров.

Киләһе йылда ойоштороусылар 50 илдең йәш каратистарын саҡырып, йәштәр араһында спорттың башҡа төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарырға ниәтләнә, тип хәбәр итте Бурса ҡалаһының йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитеты етәксеһе Илхан Сатыҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть