7 декабрь, Шаршамбы

09 апрель 2015 йыл, 12:44

Еңеү көнөнә арналған акцияла ҡатнашыусылар «70» һанына теҙелде һәм «Еңеү көнө» йырын башҡарҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Кисә Өфө мәктәптәре уҡыусылары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, хәрби-патриотик һәм үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре Еңеү көнөнә арналған патриотик флешмобта ҡатнашты.

Сара барышында ҡаланың хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Еңеүҙең 70 йыллығы республика ирекмәндәр корпусы ҡатнашыусылары өс мөйөшлө хаттар таратты. Уларҙа Башҡортостанда тыуып үҫкән һуғыш яугирҙәре тураһында мәғлүмәт тупланған.

Акцияға һуғыш ветерандары һәм тыл эшсәндәре саҡырылғайны. Йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арнап «Еңеү көнө» йырын башҡарҙы. Ҡатнашыусылар шулай уҡ «70» һанына теҙелде. Ветерандар, үҙ сиратында, өфөләргә, хәҙерге һәм киләсәк быуындарға аяҙ күк йөҙө теләне.

Сараның ойоштороусылары — Өфө йәштәрен илһөйәрлек рухында тәрбиәләү үҙәге менән берлектә, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү үҙәге.