7 декабрь, Шаршамбы

09 апрель 2015 йыл, 11:41

Башҡортостандың Милли музейында әҙәби осрашыуҙар дауам итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейында Әҙәби ҡунаҡхананың эше дауам итә.

Ижади кешеләр менән осрашыу йәштәрҙең китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттыра, буш ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә өйрәтә, сарала ҡатнашыусыларҙы республиканың әҙәби, тарихи һәм мәҙәни мираҫы менән таныштыра, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

22 апрелдә музейҙың Әҙәби ҡунаҡханаһына шағирә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы Гөлфиә Юнысова (Иҙелбаева) менән яҙыусы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Мирас Иҙелбаев килә.

23 апрелдә Милли музейҙа тағы бер ҡыҙыҡлы осрашыу ойошторола. Әҙәби ҡунаҡханала билдәле яҙыусы, 20-нән ашыу китап авторы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Т.Аксаковтың мемориаль йорт-музейы директоры Михаил Чвановты көтәләр.

Әҙәби ҡунаҡханаға килгән һәр кем Милли музейҙың 35 залын ҡарап сыға ала.