Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 69.67 ↓

29 июль, Шәмбе

Уфа   °

Май аҙағында республикала икенсе Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

26 майҙа республикала Эшҡыуарлыҡ аҙналығының яҙғы сессияһы башлана. «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, был хаҡта форумға әҙерлек мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһендә иғлан ителде.

Төбәктәге эшҡыуарлыҡ берләшмәләренең осрашыуы «Аҡбуҙат» ипподромының эшлекле зонаһында үтәсәк. Хәҙерге көндә аҙналыҡтың саралар планы әҙерләнә.

2014 йылдың декабрендә Башҡортостанда биш көн дауамында беренсе Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтте. Уның сиктәрендә «Ҡайҙан аҡса алырға?», «Илгә бәләкәй эшҡыуарлыҡ кәрәкме?», «Эшҡыуарлыҡҡа сит ил ярҙам итәсәкме?» кеүек мөһим һорауҙарға яуап биргән саралар ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть