7 декабрь, Шаршамбы

08 апрель 2015 йыл, 17:22

Шаҡша биҫтәһендә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн газ генераторҙары етештереләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең һынау комплексында яңы предприятиеның — «Өфө-АвиаГаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарын булдырыу планлаштырыла. Ул «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең газ һурҙырыу агрегаттары өсөн АЛ-31СТ двигателдәрен йыйыу, ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнәсәк. Һынау стендын ошо проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса республика Хөкүмәте, «Газпром», Газпромбанк, «Газпром трансгаз Өфө» һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе вәкилдәренән торған эшсе төркөм ҡараны.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙерге көндә Шаҡша биҫтәһендәге стендта АЛ-31СТ газ генераторына һынау үткәрелә. Киләсәктә бында йыйыу, ремонтлау өсөн участкалар ойоштороу күҙаллана.

Эшсе төркөмдөң вице-премьер Дмитрий Шаронов рәйеслегендә уҙған кәңәшмәһендә проект өҫтөндә эшләүгә йомғаҡ яһалды һәм 2030 йылға тиклем бизнесты планлаштырыуға бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Эшсе төркөм бизнес-пландың проектын эшләп бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Киләһе ултырыш апрель-майға билдәләнде.