10 декабрь, Шәмбе

08 апрель 2015 йыл, 16:43

2014 йылда Рәсәй Почтаһының республикалағы филиалының кереме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2014 йылда Рәсәй Почтаһының республикалағы филиалының кереме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән, был 2013 йылға ҡарағанда 10,5 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте филиалдың матбуғат хеҙмәте.

Почта-финанс хеҙмәттәрен ғәмәлгә ашырыуҙан алынған килемдең өлөшө 88 процент тәшкил иткән. Улар 2013 йылғы кимәлгә ҡарата 504 миллион һумға артҡан. Филиалда саф табыш күрһәткесенә аныҡлыҡ индерелмәне.

Тармаҡты яңыртыуға, уның матди-техник базаһын нығытыуға 50 миллион һум инвестиция һалынған, шул иҫәптән транспорт сараларын һатып алыуға — 16 миллион, капиталь төҙөлөшкә 7 миллион йүнәлтелгән.

2014 йылда Белорет, Мәләүез ҡалаларында, Ҡариҙелдә, Мәсәғүттә почта бүлексәләре асылған. Почта элемтәһе объекттарына ағымдағы ремонт үткәреүгә сығымдар 3 миллион һум самаһы тәшкил иткән. 62 объектҡа капиталь ремонт яһалған. Алты объект реконструкцияланған. Өфө почтамты бинаһы һәм автобазалар төҙөкләндерелгән — ошо маҡсатҡа 8 миллион һум тотонолған.

Филиалдағы хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 14 мең һум тәшкил иткән, был 2013 йылға ҡарата һигеҙ процентҡа күберәк.