11 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2015 йыл, 15:10

Республикала шәхси эшҡыуарҙар өсөн һалым каникулдары иғлан ителәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Шаршамбы, 8 апрелдә, республика Хөкүмәте президиумы ултырышында «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә һалым түләүселәр — һалым һалыуҙың ябайлаштырылған һәм патент системаһын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙар өсөн нуль процент күләмендә һалым ставкаһын билдәләү тураһында» закон проекты ҡаралды.

— Беҙ ошо мәсьәләне бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән иҡтисади көрсөккә ҡаршы саралар комплексында ҡарайбыҙ, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов.

Республика Дәүләт Йыйылышының киләһе ултырышында ҡараласаҡ закон проекты һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса эшләүсе шәхси эшҡыуарҙар өсөн иҡтисади эшмәкәрлектең — 21, патент системаһының 23 төрө буйынса нуль процент күләмендә һалым ставкаһын билдәләргә тәҡдим итә. Һалым каникулдары ике йылға иҫәпләнгән.

Был мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде.

— Эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу, эшҡыуарҙарыбыҙ башҡа биләмәләргә китмәһен һәм теркәлмәһен өсөн ошо йүнәлештә эш алып барыу мөһим, — тине республика етәксеһе.