Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында республика халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса конкурс башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында дәүләт телдәре һәм республика халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса республика конкурсы башланды. Ул 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеү республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.

Бәйгенең маҡсаты — киң мәғлүмәт сараларын дәүләт телдәре үҫешен  яҡтыртыуға йәлеп итеү, әҙәби нормаларҙы үтәүгә ярҙам, республиканың дәүләт телдәре үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу.

Бәйгелә республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзит, журнал редакциялары һәм айырым авторҙар, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, телевидение һәм радио) ҡатнаша ала. Конкурсҡа республика халыҡтары телдәрендә яҙылған (руссаға тәржемәһе булыуы мотлаҡ) төрлө жанрҙағы (мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк) эштәр тапшырыла.

Бәйгегә ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә. Эштәрҙең һаны сикләнмәй. Материалдарҙы 2015 йылдың 10 ноябренә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 413/1-се бүлмә. Телефон: (347) 218-07-72.

Конкурс тураһында положение, ҡатнашыу өсөн заявка Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының рәсми сайтында, республика Журналистар союзы сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть