6 декабрь, Шишәмбе

08 апрель 2015 йыл, 13:27

«Тамыр» балалар телеканалы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан байрам ойоштора

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның «Тамыр» балалар телеканалы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап кескәйҙәр өсөн ҙур байрам ойоштора. Тамаша 14 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.

Байрамға почетлы ҡунаҡтар сифатында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары саҡырылған. Концертта телеканалдың алып барыусылары, «Тамыр» вокаль ансамбленең йәш йырсылары, «Сулпылар» республика телевизион конкурсы еңеүселәре, «Таланттар йондоҙлоғо» һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ижады конкурсы лауреаттары, Өфө кадет корпусының «Веселинка» һәм «Дуҫлыҡ» бейеү коллективтары, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһы музыканттары ҡатнаша. Сәхнәлә 200-ҙән ашыу йәш артистар сығыш яһаясаҡ.

— Концертты балалар үҙҙәре алып бара. Иң йәш алып барыусыбыҙ Сәлимәгә биш кенә йәш, әммә ул, бер ҙә оялып тормайынса, өлкәндәр менән бер рәттән репетицияға йөрөй, кейемдәрен дә үҙе һайлай. Концерт өсөн махсус рәүештә 17 йыр яҙҙырылған. Балалар башҡарыуындағы һуғыш осоро йырҙары күңелгә айырыуса ныҡ үтеп инә. Йәш тамашасыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен онотолмаҫлыҡ музыкаль мажара, күңелле уйындар, бүләктәр һәм тәм-томдар көтә, — тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Альбина Ғатауллина.  

Балалар өсөн тәмлекәстәрҙе «Стерх» Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты әҙерләй. Сараның бағыусылары — «ОргНефтеГаз» ғилми-етештереү предприятиеһы, «Эдвис» уҡыу-методик үҙәге, эшҡыуар Фәйрүзә Ниғмәтуллина.

Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасылары концертты 9 майҙа ҡарай аласаҡ.