5 декабрь, Дүшәмбе

08 апрель 2015 йыл, 12:15

Лилиә Ғүмәрова: «Рәсәйҙәге мәғариф илдең һәм совет педагогикаһының иң яҡшы традицияларына нигеҙләнергә тейеш»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан вәкиле Лилиә Ғүмәрова Санкт-Петербургта үткән «Рәсәйҙәге мәғариф: традициялар һәм хәҙерге заман саҡырыуы» форумы эшендә ҡатнашты.

Сараға ғалимдар, педагогтар, дәүләт власы һәм йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре йыйылды. Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте принциптарын тикшереү, белем һәм һөнәри йүнәлеш биреүҙең һөҙөмтәле формаларын эҙләү форумдың иғтибар үҙәгендә булды.

Лилиә Ғүмәрова ҡатнашыусыларға мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә алып барылған закондар сығарыу эше хаҡында һөйләне. Бөгөнгө көндә күп документтар ныҡлы эспертиза үтә, һәм был нормаға әүерелергә тейеш, тип билдәләне ул.

Сенатор Рәсәй тарихына һәм традицияларына ихтирам тәрбиәләү буйынса әһәмиәтле бурыстар властың, һөнәри фәнни-педагогик берекмәнең, гражданлыҡ йәмғиәте институттарының берҙәм тырышлығын талап итеүен билдәләне.

— Мәғариф заман талаптарына яуап бирергә ярҙам итәсәк, ул Рәсәй һәм совет педагогикаһының иң яҡшы традицияларына нигеҙләнергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова.

Ултырышта Санкт-Петербург губернаторы Георгий Полтавченко,  «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Владимир Якунин, Санкт-Петербург дәүләт университеты ректоры Николай Кропачев, Милли дан үҙәгенең Попечителдәр советы рәйесе, Дәүләт Эрмитажы директоры Михаил Пиотровский ҡатнашты.