7 декабрь, Шаршамбы

08 апрель 2015 йыл, 11:22

Айнур Асҡаровтың яңы фильмы Рәсәй ҡалаларында күрһәтеләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Тиҙҙән башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Әсә» нәфис фильмы Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Һамарҙа һәм Пермдә күрһәтеләсәк.

19 апрелдә көндөҙгө сәғәт 2-лә Мәскәүҙең «Сатурн» кинотеатрында ҙур тамаша була.

Кинотаҫманың продюсеры һәм «Арҡайым продакшн» студияһы директоры Фәнил Ғәлимов хәбәр итеүенсә, фильм бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара форумдарҙа, кинофестивалдәрҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, 21 апрелдән 25-нә тиклем башҡорт режиссерының ҡыҫҡа метражлы фильмы Һамарҙа «Балаларға — кино» халыҡ-ара кинофестивалендә, 18 майҙан 24-нә тиклем Чебоксар халыҡ-ара кинофестивалендә күрһәтелә. 10 майҙан 24-нә ҡәҙәр «Әсә» фильмы Анкарала Халыҡ-ара ғаилә фильмдары  кинофестивале, 30 майҙан 31-нә тиклем Ульяновскиҙа «ТөбәкКино — 2015» төбәк кино төшөрөүселәренең бөтә Рәсәй форумы тамашасыларына тәҡдим ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге көндә фильм республика ҡала һәм райондарында күрһәтелә.

темалар: фильмдар