5 декабрь, Дүшәмбе

07 апрель 2015 йыл, 18:17

Башҡортостанда инфляция үҫеше кәмене — статистика

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Йыл башынан алып республикала инфляция 6,7 процент тәшкил итте, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес — 7,4 процент, тип хәбәр итә Башҡортстанстат. 2014 йылдың мартынан 2015 йылдың мартына тиклем республикала инфляция 15,9 процент тәшкил итте, ил буйынса — 16,9.

Беренсе кварталда инфляция үҫешенең кәмеүе күҙәтелә. Әгәр ҙә ғинуарҙа төбәктең ҡулланыусылар баҙарындағы хаҡтар алдағы айға ҡарағанда 3,4 процентҡа артһа, февралдә —  2,3 процентҡа, мартта  — 1 процентҡа күтәрелгән.

Мартта аҙыҡ-түлек — 1,8 процентҡа, ҡулланыу тауарҙары 0,9 процентҡа ҡиммәтләнгән. Хеҙмәттәр күрһәтеүҙең алдағы айға ҡарата 0,3 процентҡа кәмеүе билдәләнгән.