Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә фермерҙар баҙары барлыҡҡа килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Өфөлә ун фермер баҙары барлыҡҡа киләсәк, шуларҙың өсәүһе эшләй башланы. Был хаҡта 7 апрелдә үткән матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бүлеге начальнигы Ольга Завьялова хәбәр итте.

— Йәрминкәләр төп туҡланыу продукттарына хаҡтарҙың артыуын туҡтатырға ярҙам итә, — тип билдәләне Ольга Завьялова. — Фермер баҙарҙары ял көндәрендә генә түгел, аҙна буйына эшләй. Бының өсөн баш ҡалала ун майҙансыҡ бүленгән.

Бөгөнгө көндә өс фермер баҙары — «Өфө — Затон» трассаһында, Эшсе хәбәрселәр урамында һәм Дим районында — һатып алыусыларҙы ҡабул итә башланы. Ҡалғандары май байрамдары алдынан асыла.

Яңы форматтағы баҙарҙар санитар нормаларға ярашлы итеп йыһазландырыласаҡ. Көн һайын ауыл хужалығы етештереүселәре урын өсөн аҡса түләйәсәк. Сауҙа урынын ҡуртымға алыу хаҡы көнөнә 300 һумдан ашмаясаҡ.

Теги: сауҙа
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть