9 декабрь, Йома

07 апрель 2015 йыл, 17:18

Мәләүездә Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамбле фестивале уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 апрелдән 17-нә тиклем Мәләүездә Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамбле фестивале уҙғарыла.

Унда үҙешмәкәр халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре сығыш яһаясаҡ, һуңынан гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы буласаҡ. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған компетентлы жюри баһалаясаҡ.

Халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең төбәк-ара фестивале үҙешмәкәр бейеү сәнғәте ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең һөнәри кимәлен күтәреү, ижади йәштәрҙең халыҡ хореографияһына ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү маҡсатында ойошторола. Ғәҙәттәгесә, фестивалгә Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән коллективтар килә.

Жюри составында «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең баш балетмейстеры, Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфиә Тимерғәзиева, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Риф Ғәбитов эшләйәсәк. Жюри рәйесе — Рәсәйҙең һәм Мари Иле Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Геннадий Гусев.

Сараның ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәләүез районы хакимиәте. Тәүге тапҡыр фестиваль 1987 йылда үткәрелә. Һуңынан өс йылға бер уҙғарыла башлай.

Белешмә өсөн телефондар: (347) 289-62-00, 8-917-484-59-16.