3 декабрь, Шәмбе

07 апрель 2015 йыл, 16:32

Баш ҡалала «Тасуири уҡыу көнө» акцияһы ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24 майҙа Өфөлә Әҙәбиәт йылына арналған «Тасуири уҡыу көнө» йәштәр акцияһы үткәрелә. Быйыл ул тәүге тапҡыр асыҡ майҙансыҡта уҙа. Был иһә теләгән һәр кемдең тыңлаусылар алдында сығыш яһау мөмкинлеге бар тигәнде аңлата.

«Тасуири уҡыу көнө» ике турҙа үтә. Беренсе турҙа ҡатнашыусы мөхәббәт темаһына шиғыр йәки проза әҫәрен уҡый. Икенсеһендә улар ирекле темаға сығыш яһай. Сығыштың ваҡыты дүрт минуттан да артмауы зарур. Байрам аҙағында иң яҡшы өс ҡатнашыусы билдәләнәсәк һәм ҡиммәтле әҙәби приздар менән бүләкләнәсәк.

— Сарала ҡатнашыу өсөн ниндәйҙер һәләт йәки сығыш яһау тәжрибәһенә эйә булыу кәрәкмәй. Беҙ сәхнәлә үҙҙәрен һынап ҡарарға теләүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ, — тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.

Ҡатнашыу өсөн алдан теркәлергә һәм төрлө күләмдәге ике шиғри йәки проза әҫәрен ятларға кәрәк.

Ошондай акция былтыр беренсегә уҙғарылды. Унда ҡатнашҡан йәштәр билдәләүенсә, бындай сара халыҡ алдында сығыш яһарға өйрәтә, хәтерҙе яҡшырта һәм яңы танышлыҡтар булдырырға мөмкинлек бирә.

Тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» сайтындағы биттә.

темалар: әҙәбиәт йылы