Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

22 апрелдә Башҡортостанда Георгий таҫмаһын тарата башлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

22 апрелдә Башҡортостан «Георгий таҫмаһы» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уны Волонтерҙар хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү үҙәгенең әүҙем ағзалары республиканың ҡала һәм райондарында бушлай тарата.

Ойошманан хәбәр итеүҙәренсә, 22 апрелдә төбәктә 27 мең самаһы таҫма таратыласаҡ.

Таҫманың ҡыҙғылт-һары һәм ҡара төҫтәре «ялҡын һәм төтөндө» аңлата, улар һалдаттың яу яланындағы ҡаһарманлығын символлаштыра. Акция тәүге тапҡыр 2005 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә, үткәрелде. Уны «РИА Новости» агентлығы һәм «Студенттар ойошмаһы» йәштәргә социаль ярҙам төбәк йәмәғәт ойошмаһы башлап ебәрҙе. Акция төрлө йәштәге һәм социаль төркөмгә ҡараған кешеләрҙе берләштерҙе. Шул ваҡыттан алып байрам алдынан кешеләр таҫманы кейемдәренә, сумкаларына һәм машина антеннаһына таға.

Георгий таҫмаһы — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хаҡында хәтер символы, донъяны фашизмдан азат иткән ветерандарға рәхмәт билдәһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть