2 декабрь, Йома

07 апрель 2015 йыл, 15:09

Өфөлә йәшәүселәрҙе Sheraton ҡунаҡханаһына эшкә саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. 11 апрелдә «Sheraton Өфө» ҡунаҡханаһында вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «ШОС БРИКС 2015» Офис-төркөмөнән хәбәр иттеләр.

Вакансиялар исемлегендә урынлаштырыу хеҙмәте начальнигы урынбаҫары, тегенсе, официант, бармен, метрдотель, ашнаҡсы, бронләү бүлеге начальнигы, ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү буйынса менеджер, саралар ойоштороу буйынса менеджер, су-шеф һәм башҡалар бар.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Цюрупа урамы, 7 адресы буйынса үтә.