Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республика эҙәрмәндәре «Хәтер вахтаһы-2015» акцияһында ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан эҙәрмәндәре «Хәтер вахтаһы-2015» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Сара 6 апрелдә Новгород өлкәһенең Старая Русса ҡалаһында асылды. Тантанала Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Республиканан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков һәм Х.А.Солтанов исемендәге отряд (Туймазы) эҙәрмәне Риваль Канеев ҡатнаша.

«Башинформ» агентлығына Владимир Волков һөйләүенсә, Төмән эҙәрмәндәре дәүләт башлығы алдында Новосибирск өлкәһендә тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугире Никандр Ефимовтың туғандарына медальондың ҡушымтаһын тапшырҙы.

Сара барышында Владимир Путин Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең «Йәшәйбеҙ һәм хәтерләйбеҙ» проекттар күргәҙмәһен ҡараны, тип хәбәр итә Рәсәй Президентының рәсми сайты.

— Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ һәм иптәштәрегеҙ һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү менән шөғөлләнәһегеҙ. Ғаиләләр тарихы биттәрен бергә туплайһығыҙ, халҡыбыҙҙың дөйөм тарихына дөрөҫ мәғлүмәттәр өҫтәйһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Владимир Путин эҙәрмәндәргә. — Эшегеҙгә яуаплы ҡарауығыҙ Еңеүҙең, илебеҙ азатлығы һәм киләсәгенең ниндәй көс менән яуланыуын оноторға ирек бирмәй.

Владимир Путин үҙ сығышында Новгород еренең Ватанды һаҡлауҙа айырым урын биләүен билдәләне. Президент ветерандарға күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм эҙәрмәндәргә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Хәтер вахтаһы» — эҙәрмәндәр экспедицияһын, тантаналы митингтарҙы, эҙәрмәндәр тапҡан яугирҙәрҙе ҡайтанан ерләүҙе, һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереүҙе үҙ эсенә алған саралар комплексы. Быйыл сарала илдең 74 төбәгенән эҙәрмән отрядтары вәкилдәре ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть